-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Февраль , 16:00

ШИҒЫРХАНА

Марат КӘРИМОВ АҠСА НИСБӘТЕАҡса күләменә ҡарап,Мөнәсәбәт төрлөсә.Уның шулай икәнлегенҺынаным әллә нисә. Һиндә меңдәр. Ә күршеңдәнХатта тин йөрөй ситтә.Һинең менән сағыштырһаңУл – хәйерсе, әлбиттә. Миллионер теләк теләй:Үрсе, байлығым, үрсе!Һинең меңдәр – уға тиндәр,Һин – уға бер хәйерсе. Миллиардер ни, ти: “Хоҙай,Тағы шул ҡәҙәр бирсе!”Миллионер уға кем һуң?Торғаны бер хәйерсе. Ана унан да байыраҡ –Пьедесталды ул ала.Яңы байға кисәгеһеХәйерсе булып ҡала. Байҙар донъяһы шулай.Кем тағы нисек уйлай?

ШИҒЫРХАНА
ШИҒЫРХАНА

ЭВОЛЮЦИЯ


Ятам шулай бишектә,
Бесәй күрҙем ишектә.

Дүрт аяҡлы был бесәй
Иҙән метражын үлсәй.

Иҙән буйлап йүгерә,
Нисек атлап өлгөрә.

Был әллә мине үртәү?
Миндә лә аяҡ дүртәү.

Ниңә һуң ярышмаҫҡа,
Тырышам ҡалышмаҫҡа.

Һөҙөмтәһе шул булды:
Ике аяҡ ҡул булды.

Аяҡ йөрөй, ҡул эшләй,
Шул ҡулдан эше төшмәй.

Ике аяҡ – ул шатлыҡ,
Алда күренде ҡартлыҡ.
Билдәһе уның – маяҡ,
Үҫте өсөнсө аяҡ.

Ике аяҡлы ғүмер,
Кем уны мәңге тиер.

Уға таянып үтәм,
Шуға ла шөкөр итәм.

Пенсиялы был ҡартлыҡ
Килтермәй икән шатлыҡ.

Нимә эшләрһең аҙаҡ,
Үҫһә дүртенсе аяҡ?

Йөрөрмөн сысҡан аулап,
Бесәй кеүек мыраулап.

Күпме кеше көләсәк,
Көлә-көлә, көлә-көлә

Инфаркт булып үләсәк.
Бына шундай киләсәк.

 

ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ
Бер танышты күрҙем әле.
Ҡыҫышҡас усты усҡа,
Төп йомошон әйтеп һалды:
Аҡса һорай бурысҡа.

Кире ҡайтарырға теләп
Уны ошо уйынан,
Әйттем:
– Һинең бурыстарың
Былай ҙа бит муйындан.

Тағы бурысҡа батҡансы
Элеккеләрен түлә!
Ә ул:
– Ниндәй түләү – тиеп
Минән мыҫҡыллап көлә.

– Халыҡта шәп бер әйтем бар,
Кем генә уны белмәй!
Белмәйһең икән әйтәйем:
Бурыслы кеше үлмәй.

Минең әле оҙаҡ йылдар
Йәшәйһе бар геүләтеп.
Ә һин үлгәнде теләйһең,
Бурыстарҙы түләтеп.

Миндә ниндәй үсең барҙыр,
Шул иҫемде китәрә.
Ҡара эсле бәндәләрҙе
Нисек был ер күтәрә?

 

ЙОМАРТЛЫҠ
Һай беҙҙең был ҡунаҡсыллыҡ!
Шул сифатҡа ни етә!
Күршегә керҙем, ҡатыны
Ҡайнар сәй тәҡдим итә.

Мин: “Кәрәкмәй! – тигән булдым,
Ҡыҫтаһа ла үтенеп.
Күрше иһә:”Мәй юҡ шул,” тип
Әйтеп ҡуйҙы үкенеп.

– Мәйгә миндә аллергия,
Һүҙемдә һис ялған юҡ,
Мәйҙе түгеп, коньякты ла
Ауыҙыма алған юҡ.

Әй үҙенән көлдө хужа:
– Саҡ хурлыҡҡа ҡалманым.
Һинең кәрәкмәй тигәнде
Мәй кәрәк тип аңланым.

Автор:
Читайте нас: