***
Күпме "дуҫтар" дуҫлыҡ имтиханын
Бирә алмайса һынып ҡалдылар.
Ҡапсыҡ тоҙҙо уртаҡ ашау түгел,
Бер ус тоҙҙан тынып ҡалдылар.
Ә шулай ҙа дуҫтар була икән
Бар михнәтте уртаҡ һөйрәгән:
Бер аҙым да мине ташлап китмәй
Йәнәшәмдән килә... күләгәм.
/Мөнир Вафин/
------------------
Шешә барҙа дуҫтар ишәйә,
Кеҫә тарҙа ситтән көлөшә.
Тик бер дуҫым - тоғро күләгәм,
Һөйрәлһә лә килә йәнәшә.
***
Бөтөп килә тиҙәр, ана,
Себерҙә оҙон аҡса.
Кәнис, тиҙәр, малис, тиҙәр -
Ҡараштыр, тиҙәр, баҡса.
Вакансия бөттө, тиҙәр,
Эрзинкә түгел һөргөн.
Фил хаҡына төшә, тиҙәр,
Тотоуы һеҙҙе бер көн.
Нефть бөтә, газы бөтә,
Боло бөтә Себерҙең.
Ата йорто - сит ҡулдарҙа,
Баҡсаһы юҡ бер кемдең.
/Сәлмән Яҡупов/
-------------------------
Аҡса бөттө Себерҙә,
Ҡаҙынырға юҡ ер ҙә.
Вакансияға ла блат ,
Хатта, йыраҡ һөргөнгә.
Нефть, газ юҡ Себерҙә,
Кәнис хәҙер күптәргә.
Ата йортонда урыҫҡа,
Ҡала малис итергә.
***
Тәбиғәттән берҙәй яратылған
Төҙ ҡарағай, кәкре уҫаҡ та.
Тик ҡарағай күркәм йортто биҙәй,
Кәкре уҫаҡ дөрләй усаҡта...
/Кинйәғәле Абдуллин/
----------------------------------
Йорт һалалар ҡарағайҙан,
Уҫаҡтан да һалалар.
Усаҡ дөрләп китһен өсөн
Ҡарағай ҙа яғалар.
Ҡайын ғына айырыла
Ҡарағайҙан, уҫаҡтан.
Күркәм йортто биҙәмәй ул -
Башы сыҡмай усаҡтан.
***
"Шағир - иҫәр" - кемдер әйткән шулай,
(Ғәйеп ташлаусыһы сер булһын!)
Әгәр инде иҫәр булһа шағир,
Торған ерҙә ерем убылһын.
Уйылманы... бәлки, шулай зарур,
Тыйып буламы ни йөрәкте?!
Нахаҡ һүҙҙе ҡай саҡ тыңламаҫҡа,
Бәлки, иҫәрлек тә кәрәктер?
/Әлфидә Ҡансурина/
-----------------------------------
"Шағир - иҫәр" имеш, кем әйтте?
Белһәм - алаһың бит кәрәкте!
Иҫәр булһа, ерем убылһын!..
Ҡапыл тетрәнде ер... - сер булһын.
Серем алып остом упҡынға,
Күптәр бында икән тотҡонда.
Бер һин генә түгел иҫәүән,
Серең менән сирләп йәшәгән.
***
Ҡайҙа йылы - ҡоштар шунда,
Ҡайҙа тәрән - шунда балыҡ.
Тик ниңәлер ҡайҙа ауыр -
Һәр саҡ шунда беҙҙең халыҡ.
/Эдгар Вилданов/
---------------------------
Йылы яҡта беҙҙең байҙар,
Тәрән йөҙә ялағайҙар.
Ҡайҙа ауыр - ябай халыҡ,
Бер һүҙ әйтмәҫ телһеҙ балыҡ.
***
Яңғыҙлыҡтан китек күңел,
Тормош, йырҙан төңөлдө.
Шундай мәлдә бер көндө
Яндарыма ул килде.
Ҡыҙҙан нурҙар бөркөлдө,
Йәнгә тетрәү эркелде...
Шағир булдым шул көндө!..
/Риф Мифтахов/
----------------------------
Йәндәремде тетрәндереп,
Тәндә ниҙер эркелдереп
Янымда бер ҡыҙ көлдө...
Шиғыр тыуҙы шул төндө!..
***
Донъя алтын нурға ҡойона,
тамсылар шыуыша күктән,
йөрәктәр осорға йыйына -
хыялдар шаулаша...
...Кемдер кемдеңдер
ирендәренән үпкән.
/Рәшит Зәйнуллин/
-------------------------
Донъяма юҡ нур һипкән,
тамсылар шыумай күктән,
йөрәктең ҡото киткән,
шау-шыу хыялдар бөткән,
бер кем юҡ инде күптән
ирендәремдән үпкән...
...Мөхәббәт үткән икән.