Февраль. Буран...
...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...
19 февраль, 1977 йыл, шағирҙың иң һуңғы шиғыры,
иртәгәһенә шағир фани донъяны ҡалдырып китә.
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.
Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
***
Мин үҙемде бала кеүек тоям,
Һағынып гел һине уйлаһам.
Йөрәгемә серле шатлыҡ тула –
Әллә көс ул, әллә ул илһам?
Әллә һин тик йәшлек уйҙарымдың
Кәрәкһеҙ бер тиле емеше?
Әллә мәңге янып ҡала торған
Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө.
Белмәйем мин: күңелемдә һиңә
Әллә дуҫлыҡмылыр, мөхәббәт?
Тик һин күҙ алдыма килгән саҡта
Миңә яҡты, миңә рәхәт…