Юҡҡа сыҡты хәҙер күпме парҙар?
Етем ҡалды күпме балалар?
Төн йоҡламай хәҙер күпме әсә?
Өнһөҙ илай күпме атайҙар?
Кемдер берәү, бына бөгөн,
Һуғыш кисеүҙәрен кисәлер.
Эҙһеҙ юғалғандар, ғәрип булғандарҙың,
Берәү белмәй һаны нисәлер...
Хыялдарҙы пыран - заран итеп,
Өмөттәрҙе итеп көл - күмер.
Илде сорнап алған был ҡайғыны,
Оноторға етмәҫ бер ғүмер...
М. Мәғәсүмов.