+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
22 Февраль 2025, 04:00

МАЛАЙҘАР КӨНӨ

Илгиз ИШБУЛАТОВ Ир-егеттәр байрамы бар, Юҡ малайҙар байрамы. Ошо уҫтаптай хатаны Төҙәтмәһәк, барамы?

МАЛАЙҘАР КӨНӨМАЛАЙҘАР КӨНӨ
МАЛАЙҘАР КӨНӨ

Тимер өҙөр ир-азамат
Тәүҙә тибә тик футбол.
Рогатканан маңлай сүпләй
Аңшайып торма, һаҡ бул.


“Үҙатар”ын тәтелдәтә,
Шартлата кәрбит-пугач.
Шундайын да шуҡ кешеләр
Берәй байрамһыҙ тормаҫ.

Ватан һаҡсыһы ла, малай,
Иң тәүҙә була малай.
Шуға, егерме өсөнән
Алда, тәҡдимем шулай:
Февралдең егерме икеһе –
Малай көнөнә уңай.

Фото: ru.pinterest.com

Автор:
Читайте нас