Тамырҙарым, һиндә бит, ауылым,
Күпме йөрөһәм дә йыраҡта,
Тыуған нигеҙгә баш эйергә,
Ҡайтайыҡ беҙ, иҫән-һау саҡта.
Көтмәһәләр ҙә, атай-әсәй,
Ҡаршы сығып, ҡапҡалар асып,
Рухтары, бәлки, көтәләрҙер,
Һағыштарҙан, булмай бит,ҡасып.
Һары япраҡтарын ергә ҡойоп,
Ҡайындар ҡалған моңһоуланып,
Мин атлайым, ауылыма табан,
Бер шатланып, берсә уйланып.
Көҙгө елдәр, әле иҫһәләр ҙә,
Күңелем тулы яҙғы моң менән,
Йәшлегемә ҡайтҡан кеүек, булып,
Нур алырмын, ауылым, мин, һинән.
Лариса Ғирфанова.
Фото: work.vk.com