+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
18 Март 2025, 08:15

Яугирҙең һөйгәненә хаты

Һуғышҡа инәмен, һөйөклөм,Иҫән-һау сығырмын, мин үлмәм.Ут-һыуҙан үткәреп һөйөүҙе,Балҡырмын йылмайып мин көлдән.

Яугирҙең һөйгәненә хатыЯугирҙең һөйгәненә хаты
Яугирҙең һөйгәненә хаты

Ҡалҡаның булырға ҡайтырмын,
Гөлләмә алырмын һиңә тип.
Башымды эйермен алдыңда –
Мөхәббәт, сабырлыҡ еңә тик.
Көткәнгә ышанып, һағынып,
Мин тере сығырмын ут-һыуҙан.
Һин бит ул – мин тиеп йәш түккән,
Мин юҡта борсолоп, юҡһынған.
Вәғәҙә!
Ир һүҙе!
Ҡайтырмын!
Еңелеп ҡалмаҫмын был юлда,
Һөйөүең һәм һинең ышаныс –
Ҡеүәтле бер ҡорал ҡулымда!


«Дипломант» ҡушаматлы яугир.

Фото: Pinterest

Автор:
Читайте нас