Шаулаштылар бар әтәстәр: “Ай-һай сибәр!
Көмөш ҡалаҡтарға һалып йот та ебәр!”
“Тауыҡ түгел, Тауисҡош ул!” – тиештеләр,
Яҡынларға һүҙ атырға керештеләр.
Ҡайһыныһы юлына сыға, хәйлә ҡороп.
Ҡай береһе маҡтау әйтә тәмләп тороп.
Бер-берәүе, һүҙ әйталмай, тамаҡ ҡыра,
Берәүҙәре янынан үтә ҡарап ҡына.
Ҡыҙыл Әтәс ҡыҙып киткән, йөрөй сабып,
Башҡаларҙы ҡуйыр ине ҡырын һалып.
Ә Тауисҡош йөрөй, тегеләй-былай саба,
Һәр әтәстең күңеленә юлын таба.
Бар тауыҡтар хайран ҡала: “Фетнәлер был!”,
Бик юғары уҡыуҙарҙы бөткәндер был!”
Бар өйкөмдән тик бер сыбар Әтәс кенә
Ҡарап йөрөй Тауисҡошто ситләп кенә.
Оло башлыҡ “Тауис” өсөн башын вата,
Башҡаларҙы күреү менән сәме арта.
Ниһайәт, ул яҡынларға тапты әмәл:
Үрләтергә Тауисҡошто бирҙе әмер.
“Күркәм, сибәр булырға тейеш түрәбикә,
Бой(о)роҡ бирер аҡыл ниңә – беҙҙеке етә!”
Сибәркәй китте уғата ҡупырайып,
Башты сөйөп, түште күреп, ҡуҡырайып.
Башлыҡ менән бергә йөрөп, һиптерәләр,
Яйын табып, икәүҙән-икәү типтерәләр...
Берҙән-бер көн йыйылды ҡоштар табынға,
Йырлап-көлөп, күңел асып алырға.
Илһам менән бейене ҡаҙҙар, күркәләр,
Ансамблдәр, вәт, көнләшер ине, күрһәләр!
Бына бер саҡ һоранылар Тауистан:
“Ишетәйексе һинең көмөш тауышты!”
Тауис, бахыр, ышанып китеп маҡтауға,
Йырлап ебәрмәһенме шул саҡтарҙа!
Ҡоштар, оялып, ҡолаҡ тығып, башын баҫты,
Моң белгәне ғәрлегенән сығып ҡасты...
Әммә аҙаҡ инде еңеүселәр беленде –
Беренселек аҫыл ҡошҡа бирелде!
Әтәстәр гөр килешеп ҡул саптылар,
Тауисҡошто маҡтап, сығырҙан сыҡтылар.
Тауис инде үҙен тамам бөйөк һиҙеп,
Башлыҡ Әтәс янына уҡ китте уҙып.
Шул ваҡытта уның алдына, уҡтай булып,
Осоп төштө сыбар Әтәс, уттай ҡыҙып.
Бар көсөнә ҡойроҡтарын йолҡоп алды –
“Тауис” тигәнең сыбар Тауыҡ булып ҡалды...
Ялтыраҡ күреп, бер ҡасан да аҡылың юйма,
“Тауис” тиеп, тауыҡбашты түрә итеп ҡуйма!
Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Фото: in.pinterest.com