+28 °С
Болотло
Шиғырҙар
26 Март 2025, 05:00

МИНЕҢ ҠАТЫН

Ялҡау булды минең ҡатын, Арбам булды, үҙем тарттым, Һыйырҙы ла үҙем һауам, Керҙәрҙе лә үҙем йыуам. Әллә ниндәй булды ҡатын, Башы ауыртып, кискә керә, Ярай әле, шул ваҡыттаКүрә белә, хәлгә керә – Күршеләге сибәр ҡатын.

МИНЕҢ ҠАТЫНМИНЕҢ ҠАТЫН
МИНЕҢ ҠАТЫН

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы,
Ире генә вахтаһында
Көтөп ята хеҙмәт хаҡын.
Эштәремде яйға һалдым,
Баҡсаларҙа – емеш-еләк,
Өҫтәлемдә – ҡаймаҡ-ҡатыҡ,
Бер нәмәгә юҡтыр ҡытлыҡ.
Өйҙәш кеүек тора хәҙер,
Ялҡау булғас, минең ҡатын.
Аҡса ла һорамай хәҙер,
Өйҙә ятҡас аҡса ниңә?
Туйҙа алған кейемдәрен
Алмаш-тилмәш әле кейә.
Кәңәшем шул ир-аттарға:
Өйләнгәс тә, ҡатыныңдан
Өйөм-өйөм бесән саптыр,
Бесән тейәп, арба тарттыр,
Утын киҫтер, мунса яҡтыр,
Башы ауырта башлаһа,
Ауыҙына дарыу ҡаптыр...
Шиғырым – шаярыу ғына,
Халыҡ әйткән һүҙҙәр хаҡтыр:
Ир-егетте ир итеүсе –
Һеҙҙең кеүек гүзәл заттыр!

Флүр АБДРАҠИПОВ,

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас