+28 °С
Болотло
Шиғырҙар
4 Апрель 2025, 05:00

МИН ТҮРӘ БУЛҒАНДА

Буранбай ИСҠУЖИН Бер төш күрҙем әле. Имеш, минеҘур бер түрә итеп ҡуйғандар.Имеш, ишәйеп үк киткән дуҫтар,Тубырлашып ята туғандар. Табандарым, имеш, яп-ялтырҙар, —Һәр береһе ялай табанды.Мин үҙем дә, имеш, ялайым.Минән юғарыраҡ торғанды.

МИН ТҮРӘ  БУЛҒАНДАМИН ТҮРӘ  БУЛҒАНДА
МИН ТҮРӘ БУЛҒАНДА

Тамаҡ төбө менән һөйләшәм,
Контораны дер -дер һелкетәм:
"Але! Доклад әҙерләп ҡуй әле, —
Совещание мин китәм!"

"... Але! Оһ, Хөрриәт Латипович,
Са-са-са-са-сара күрербеҙ!
Һарыҡ һуйҙым кисә генә,
Зинһар, ауыҙ итә күрегеҙ... "

"... Але! Нимә?! Машина юҡ, тием!
Бала табыу — ул ваҡ мәсьәлә.
И, вообще: минең фатихаһыҙ
Бала тапмаһындар бисәләр! "

Түрә булыу ҡыҙыҡ икән ул, әй!
Үҙгәрҙе лә китте бар донъям.
Дүрт- биш йәшник араҡыға етә
Ай эсендә алған жалуньям.

Элек "штраф!" ти торғайнылар,
Түмәр урлағанда тотһалар.
Хәҙер... арты менән килеп инә
Бын(а) уында(а)й шаҡтай
буралар.

Йыйылышта элек тыйҙылар,
Һүҙ һөйләһәм әгәр тотлоғоп.
Хәҙер... аяғымда саҡ торһам да,
Барыһы ла тыңлай йотлоғоп.

... Тағы әллә ниҙәр күрер инем,
Ярай әле, киттем уянып.

Бырыһы ысын, тиеп, ҡурҡышымдан

Лыс һыу булған ине юрғаным.

1992.

Фото: www.culture.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас