+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
5 Апрель 2025, 11:50

Күп көс кәрәк

Рәшиҙә Рәис (Шәп кинәйә! 🤣🤣🤣) Баҙ аҫтында бәрәңгеләр шытаҠояш эҙләп һуҙған шытығын. Сүпләп айырабыҙ серегәнен, Ағыулы еҫ сыҡҡан һытығын.

Күп көс кәрәкКүп көс кәрәк
Күп көс кәрәк

Яҙҙар еткәс баҙ аҫтына төшөп,
Өмә яһай торған йола бар.
Ашҡа, малға картуф айырабыҙ,
Орлоҡҡа ла һайлап бүлә бар.

Хәҙер генә кибер баҡсалар ҙа,
Ерен һөрөп картуф сәсербеҙ.
Көҙҙәр етеп мул уңыштар алғас
Эре-эре картуф әрсербеҙ.

Баҙ аҫтына төшөп, өмә яһап
Алыр өсөн бик һаҡ булығыҙ.
Ағыулы еҫ сығып бөтһөн өсөн
Баҙҙы алдан асып ҡуйығыҙ.

Күңелдәрҙә шытҡан орлоҡто ла
Сығарырға ҡеүәт, көс кәрәк.
Үҙ мәлендә шытып үҫһен өсөн
Ҡояш нуры ныҡлы көс, терәк.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас