+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
16 Апрель 2025, 05:00

Өс егет йөрөй янымда

Яңғыҙ ғына ултырырмынТимә инде. Етәкләшеп ике ҡунаҡКилеп инде.

Өс егет йөрөй янымдаӨс егет йөрөй янымда
Өс егет йөрөй янымда

Битарафтың ҡосағында
Ятҡан ерҙән,
Елтерәтеп торғоҙорға
Илһам килгән.

Илһам менән ең һыҙғанып
Эш башлауға,
Аппетиты ҡулын һондо
Ҙур уҡлауға.

Онло ҡәләм, майлы дәфтәр
Өҫтәлемдә.
Әрһеҙләшә ҡайсаҡ шулар
Төштәремдә.

Бушағансы аппетиттың
Көрөшкәһе,
Көтөп ята битарафтың
Симешкәһе.

Яңғыҙ ғына йәшәрмен дә
Тимә әле.
Өс егет йөрөй янымда
Тимәһәмме?

Рәшиҙә РӘИС.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас