+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
17 Апрель 2025, 09:15

Донъя бит ул, ҡуласа

Донъя ҡуласа.Урам буйлап берәү килә,Көскә һөйрәп аяғын.Ҡулдан-ҡулға күсерә,Кәкре башлы таяғын.Килә биргәс туҡтап ҡалды,Тирә- яҡҡа ҡаранып.Тағы ҡуҙғалып китте,Ауыр һулап,уфтанып.Йәш саҡта уйламайһың,Алда ҡартлыҡ килерен.Бәкәлеңә килтереп һуғып,Кәкерәйтеп, бөгөрөн.

Донъя бит ул, ҡуласаДонъя бит ул, ҡуласа
Донъя бит ул, ҡуласа

Бар ине уның йәш сағы,
Типһә тимер өҙөрлөк.
Көс ғәйрәте, ташып торҙо,
Имәндәрҙе бөгөрлөк.
Ғүмер буйы түрә булды,
Күптәрҙе теҙ сүктерҙе.
Берәүҙе лә һаңға һуҡмай,
Аҡырҙы ла, екерҙе.
Ярандары йүгерҙеләр,
Билдәр бишкә бөгөлгән.
Әҙер ине улар хатта,
Табанын да үбергә.
Үҙгәрҙеләр заманалар,
Үҙгәрҙеләр кешеләр.
Түрә булып алды хәҙер,
Уның үҙе ишеләр.
Югалдылар дуҫ- иштәре,
Юҡ инде ярандары,
Күптән ташлап киткәнкәндәр,
Үҙенең балалары.
Иғтибарҙа, ихтирамда,
Йәшәйексе дуҫтарса.
Бер күрмәһәң ,бер күрһәтә,
Донъя бит ул, ҡуласа.

Сажиҙә Көсөкбаева (Абдуллина).

Фото: moe-online.ru

Автор:
Читайте нас