+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
23 Апрель 2025, 09:20

ҠОЛЛОҠ

Салауат ӘБҮЗӘР (Уйынлы-ысынлы)Ҡол биләүселек дәүереТарихта ҡалған, тиҙәр.Имеш, кешеләр тормоштаАзатлыҡ алған, тиҙәр.Ялған һөйләйҙәр. Ҡараһаң,Ҡолдар ни донъя тулы:Кемдер – вазифалар ҡоло,Кемдәрҙер – аҡса ҡоло.

ҠОЛЛОҠҠОЛЛОҠ
ҠОЛЛОҠ

Кемдер ғүмер буйы эш тип,
Бығау һалған ҡулына.
Кемдер йөрөй әүерелеп
Ялҡаулыҡтың ҡолона.
Шешә ҡоло... Бисә ҡоло...
Йыһаз ҡоло... Аш ҡоло...
Ҡотолоу юҡ был ҡоллоҡтан, –
Хет ерҙе тырнап оло.
Ҡол биләүселек дәүере –
Беҙ һайлаған юл бит ул.
Ерҙә бер кем азат түгел,
Һин дә, мин дә ҡол бит ул!

* * *
“...Күтәрегеҙ мине, зинһар,
Үлеп барам бит инде!
Былай булырымды белһәм,
Тыумаҫ инем, кит инде!
Һеҙҙә минең ҡайғымы ни, –
Эшегеҙ күп, аңлайым.
Мин дә инәлмәҫ инем бит, –
Тора ғына алмайым.
Эх, бар ине заманалар,
Түрҙә булды дәрәжәм.
Мине күреү менән ҡулын
Һуҙа ине һәр әҙәм.
Минең өсөн бил бөктөләр,
Талашып уҡ киттеләр.
Иң ҡәҙерле ҡунаҡ итеп,
Килеремде көттөләр.
Күтәрегеҙ мине, зинһар,
Ҡулыңды ғына бер һон!” –
Шулай зарын түкте бер көн
Урамда ятҡан бер һум.

“ҠАРА ТИШЕК”
Йыһанда ғәжәп көс бар, ти, –
“Черная дыра”, тиҙәр.
Ул көс бөтә нәмәне лә
Үҙенә һура, тиҙәр.
 
Юлындағы бар есемде
Эсенә ялмай икән.
Хатта унан яҡтылыҡ та
Ҡотола алмай икән...
 
Ерҙә лә бар ундай “дыра” –
Бер ҡасан да туймай ул.
Ҡара көсө ҡармап алһа,
Йотмайынса ҡуймай ул!
 
“Ҡара тишек”тән дә яман
Ундағы ҡолас, тиҙәр.
Ерҙәге был ғифриттең
Исеме – Власть, тиҙәр.
 
Фото: sorokin.club
Автор:
Читайте нас