

"Айыҡ ауыл" өсөн көрәш -
Бик ҡаты алыш бара.
Эсмәүселәр араһында
Бик уҫал ярыш бара!
Ошо йүнәлеш буйынса
Беҙ фекер йөрөтәйек.
Ҡыҫҡаһы, Эскеселектең
Тамырын ҡоротайыҡ!
Комиссия килер көндө
Араҡы һатылмаһын.
Алкаштар, теләнселәнеп,
Көмөшкә таптырмаһын!
Уларҙы тыйып буламы -
Табылыр эткә һөйәк!
Ситкә ҡыуырбыҙ уларҙы,
Автобустарға төйәп.
Һәр береһенә бер литр
Араҡы тотторорбоҙ,
Башҡа сара юҡ,
Уларҙан
Тик шулай ҡотолорбоҙ!
Бәлеш, һый-ниғмәт әҙерләп,
Матур тирмәләр ҡороп,
Һыйларбыҙ комиссияны
Буйтым, ауыҙын йырып!
Ҡаҙылыҡтар әҙерләгеҙ,
Һарыҡ, кәзә һуйығыҙ.
Ҡапҡа һайын, елберҙәтеп,
Флаг элеп ҡуйығыҙ!
Самауыр тоҡандырырға
Шаҡмаҡтар кәрәк булыр.
Түрә-ҡараны данлаусы
Таҡмаҡтар кәрәк булыр.
Әбейҙәр, һеҙ, сулпы тағып,
Ялтыр кәлүштәр кейеп,
Ҙур ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп,
Ҡаршыларһығыҙ, бейеп.
Таҡмаҡ әйтеп, таптырҙайбыҙ
"Һәттер-ҙиттә" көйөнә.
Кем ҡатнашмай - шул кешенең
Газ бирмәйбеҙ өйөнә!
Был мәжлескә баш ҡаланан
Тамада саҡыртырбыҙ.
Йырлап-бейеп хәлдән тайһаҡ,
Музыка аҡыртырбыҙ.
"Айыҡ ауыл" булыу өсөн
Алыш ҡаты уҙасаҡ -
Ҡайһы ауыл оҫта һыйлай,
Шул Еңеүсе буласаҡ!
Был көрәштә еңеп сыҡһаҡ,
Беҙгә грант бирелер.
Эш аҡсала ғына түгел -
Ауыл данға күмелер!
Валлаһи, тим,
Еңеп сыҡһаҡ,
Беҙ һеҙҙе яратырбыҙ -
Урам һайын берәр йәшник
Араҡы таратырбыҙ!!
***
Арттырманым, кәметмәнем,
Баш өҫтө!
Икмәк бына!
Башлыҡ Әхмәт һөйләгәнде
Шиғырға һалдым ғына!
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ.