

Дифа апай әйткән уға:
– Ҡолай күрмә дивандан:
Уның береһе бит Имандан,
Икенсеһе – Ивандан.
Өс йыл балабыҙ юҡ, тиеп
Рәйхан да уға барған.
Дифа:
– Күршең иҫән булһа,
Ҡайғырма, – тип ҡайтарған.
Тағы ла әйтсе:
– Бәғзе әҙиптең
Затлы исеме юҡ, төҫө лә.
– Сөнки улар, – тигән Дифа,
– Йәшәмәй бит Өфөлә…
Күрше, һин күп беләһең,
Хатта иҫәпһеҙ һаны.
– Сөнки миндә, – тигән Дифа,
– Сарафан телефоны.