+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
30 Апрель 2025, 07:00

ИЛӘҮ

Урманда ҙур бер ҡырмыҫҡа иләүеОсраны ла уйҙарымды биләне:Ҡырмыҫҡалар берҙәм һөйрәй ҡыу үләнде,Ҡарағыҙсы,улар ниндәй туған йәнле!

ИЛӘҮИЛӘҮ
ИЛӘҮ

Ярҙам һорап иләүенә ҡайтһа берәү,
Ярҙамға, тип ашығалыр бөтә иләү,
Ҡорһа дошман юлдарына мәкер-ауын,
Күмәкләшеп ҡайтаралар дошман яуын.

Иләүендә бар батшаһы, бар ҡолдары,
Өңдәренә индермәҫтәр сит-яттарҙы,
Беҙгә кәрәктер үрнәк итеп алаһы
Ошо бәләкәй, әммә аңлы заттарҙы.

...Ҡырмыҫҡа иләүендәй генә ни бары
Йыһан киңлегендә беҙҙең Ер шары,
Әммә әҙәм балаһына ниҙер етмәй -
Ыҙғышмай(ын)са, һуғышмай(ын)са ул көн итмәй...

Зәйтүнә Айытбаева.

Автор:
Читайте нас