+28 °С
Облачно
Шиғырҙар
6 Мая 2025, 07:25

Ашығабыҙ...

Ашығабыҙ... Мәңге йәшәр кеүек,Ҡабаланып, донъя ҡыуабыҙ.Бер кемдә лә беҙҙең эшебеҙ юҡ,Киң юлдағы машиналар кеүек,Кешеләрҙе урап уҙабыҙ...

Ашығабыҙ...Ашығабыҙ...
Ашығабыҙ...

Ашығабыҙ... Бала ғына саҡта
Оло булыу - бөтөн уйыбыҙ.
Ҡалыр инек әле оҙон-оҙаҡ
Баласаҡта, әгәр белгән булһаҡ,
Тиҙ уҙарын ғүмер юлыбыҙ...

Ашығабыҙ... Дуҫтар, туғандарҙың
Хәлен белер ваҡыт тапмайбыҙ.
Йәнебеҙҙә ҡатлы-ҡатлы яра,
Нахаҡ, нәфрәт һәр саҡ йәнәш бара,
Ғәфү итмәй, асыу һаҡлайбыҙ.

Ашығабыҙ... Ауырлыҡтар тыуһа,
Яҙмыштарҙы һаман һүгәбеҙ.
Тормошто бит үҙгәртергә була,
Боролоштар бик күп оло юлда,
Ә беҙ, йүләр һымаҡ, түҙәбеҙ.

Ашығабыҙ... Тәүбә итәр көндө,
Кисектереп, һаман һуҙабыҙ.
Бына хәҙер йәшәйем тигәс кенә,
Беҙҙең янға Әжәл үҙе килә,
Һуңғы сикте бергә уҙабыҙ...

Ашығабыҙ...

Юныс Миңнемөхәмәтов.

Автор:
Читайте нас