

Ишеткәндәй булам һары талда
Һандуғастың сут - сут һайрауын.
Ҡайтам инде, әсәй, ҡайтам инде,
Бала сағым биг(е)рәк һағындым.
Йырлай - йырлай гиҙеп сығайымсы
Һәр төбәген гүзәл ҡырымдың.
Ҡайтам инде, әсәй, ҡайтам инде,
Тыуған яғым мине саҡыра.
Иҫкә төшкән һайын үткәндәрем,
Күңелкәйем һиңә ашҡына!
Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова.