

Йөрәк тырнап торған шиктәремде,
һағыштарым кемгә һөйләйем?
Тамырҙарға ҡаным һыймағанда,
Ҡайһы көйҙө икән көйләйем?
Дуҫ-иш яҡын — донъя малы барҙа,
һибелә икән ҡайғы килгәндә.
Кем күрһәтер йырып сығыр юлды —
Шик-шөбһәле һаҙлыҡ тирәмдә.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан алтын әсәйем,
Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең —
Моң-Һағыштарымдан сәсәйем!
Их, ҡысҡырып бер иларға ине
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине —
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.
Фото: https://vk.com/vatandash_journal