+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
7 Май 2025, 12:00

Кис ултырып...

Кис ултырып ҡыҙҙар бәйләм бәйләй,Бирнәлеккә түгел – һуғышҡа.Йөҙҙәре лә моңһоуланып ҡалған,Ә күҙҙәре тулған һағышҡа.   Күңел йылыларын ҡушып бәйләйОйоҡбаштар менән бирсәткә.Теләктәр шул: барып етһен инеҺәр береһе һалдат-иптәшкә.

Кис ултырып...Кис ултырып...
Кис ултырып...

Бирсәткә эсенә ҡыҫтыралар
Һөйөү хаты менән доғалар,
Улдарыбыҙ ҡыуанышып уҡыр,
Тик имен-һау ғына булһындар!

Доғаларыбыҙ һеҙҙе ҡотҡарырҙар
Пуляһынан яуыз дошмандың,
Хаттарыбыҙ күңелгә дәрт бирер,
Үтәгәндә Ватан ҡушҡанды!

Ойоҡбаштар менән бирсәткәләр
Йылытырҙар аяҡ–ҡулдарҙы,
Ә доғалар менән хаттарыбыҙ
Яҡынайтыр ҡайтыр юлдарҙы.

Кис ултырып ҡыҙҙар бәйләм бәйләй,
Тик ептәре ҡалған әҙерәк,
Яуыз дошмандарҙы дөмөктөрөп,
Имен–һау ҡайтығыҙ тиҙерәк!

Ынйыбикә Ишмәтова.

Фото: aftershock.news

Автор:
Читайте нас