

Әсә күҙҙәренән тамған йәштәр
Берҙәй әсе барлыҡ илдәрҙә,
Әсә йөрәгенән сыҡҡан аһ-зар
Берҙәй ауыр бөтә телдәрҙә.
Дуҫтар! Дуҫтар! Һиҙгер булайыҡсы!
Сыланмаһын әсә керпеге.
Яуҙан улын көтөп, ағармаһын
Әсә сәстәренең бөртөгө...
Йәшәһен тыныслыҡ!
Ал таң ата, ай һәм Сулпан бата,
Туғайҙарҙа ята аҡ томан.
Ал таң менән Ватан эшкә ҡалҡа,
Йыр яңғырай тауҙар артынан.
Йәшнәтеп булат ҡылысты,
Айҡаныҡ дошман яуын,
Йәшәһен, дуҫтар, тыныслыҡ,
Ҡупмаһын яңы дауыл.
Йәшәһен, йәшәһен, дуҫтар, Тыныслыҡ!
Ҡупмаһын, ҡупмаһын яңынан дауыл!
Бай Уралдың ҡайнар ҡосағында
Илгә яңы бәхет ҡойола:
Бала тыуа дала ҡосағында,
Тауҙың ҡаялары ҡойола.
Сәңгелдәктә ята көлөмһөрәп
Алма кеүек матур йәш бала.
Уға яҡты, оло бәхет теләп
Әсә йөрәгенән йәш тама.
Фото: culture.ru