Икәү бергә тормош ауырлығын
Арымай-талмай бергә тартһалар!
Хоҙай бүләк иткән бәхет ҡошон
Ысҡындырмай, ныҡлы тотһалар!
Һоҡланамын, әгәр ишле булып
Ғүмер юлын бергә үтһәләр!
Балалары ҡәҙер итә белеп
Ҡолас йәйеп һәр саҡ көтһәләр!
Ниндәй бәхет олоғайған көндә
Сөкөрҙәшеп сәйҙәр эсеүе!
Ҡәҙеркәйен белеп бар ғүмерҙең,
Тормош даръяларын кисеүе!
Төрлө саҡтар була йәшәйештә,
Беҙ тигәнсе генә булмай шул!
Йәшәү көсө ҡайсаҡ кәмеп китә,
Өмөт һүнә, дәрт тә ҡалмай шул!
Ни ҡыуаныс, әгәр һинең өсөн
Ҡәҙер, хөрмәт, һөйөү булмаһа?!
Арып-талып өйгә ҡайтҡаныңда
Яҡын кешең ҡаршы алмаһа?!
Үҙ яҙмышы һәр бер кешенең дә,
Ғаиләләр ҙә төрлө булалар!
Татыулыҡта бергә ғүмер итһәң,
Иң ҙур бәхет ошо булалыр?!..
Гөлнур Вәхитова.