

Йә бер Раббым, һиңә ирешһендәр,
Ялбарыуым, теләк-һүҙҙәрем.
Һаҡсыл фәрештәләр һаҡлап йөрөтһөн,
Ауыр һынау бирмә балама.
Бала хәсрәттәре насип итмә,
Раббым Аллаһ, һис бер әсәгә.
Һалҡын окоптарҙа ятҡан саҡта,
Йөрәк йылым бирһен йылылыҡ.
Батыр улдар үҫтерҙем мин илгә,
Күңелемдә йөрөтәм ғорурлыҡ.
Әсәләрҙең ҡылған доғаһында,
Пәрҙә булмаҫ тигән Раббыбыҙ.
Тик бер теләк- мәшхәр уты һүнеп,
Иҫән-имен тиҙерәк ҡайтығыҙ.
Батыр улдар үҫтергән әсәгә,
Иҫән саҡта һәйкәл һалырлыҡ.
Һалдат әсәһенә, бер Аллаһым,
Бирһәң ине күркәм сабырлыҡ.
Фәнис Мөхәмәтйәнов.
(Лена Хәйруллина тәржемәһе).