

***
Берәүҙәр гел балда, майҙа йөҙә,
Маҡтап йәшәй түрә-ҡараны,
“Ағай”ҙарҙың ҡул-аяғын үбә,
“Күләгәң, – ти, – нурлы! Ҡара әле!”
Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, тиеп
Әйткәндәрҙер бәлки шуғалыр...
Ялағайҙар, хәйләкәрҙәр генә
Ни өсөндөр үрләй юғары.
Радик ХӘКИМЙӘН.
ЙӘШ АРТИСҠА ФАТИХА
Ныҡ тырышма! Эш күрһәтһәң —
Батыралар.
Эшләмәһәң, шытыу менән
Ҡатыралар.
Ауыҙ йырып шыңғырлаһаң —
Шул да етә,
Еңел-елпе йырҙар йырла —
Ныҡ шәп үтә!
Иң мөһиме – һәр ҙур эттең
Артын яла,
Йылғыр заттар данды шулай
Яулап ала.
Арзан фатир, ҙур исем дә
Тиҙ үк булыр.
Ә Таланттар, һин үҫкәндә,
Шиңеп һулыр.
Ижад, тиеп маташма ла!
Уны ташла!
Халҡым, Телем, Илем, тиеп
Һүҙең башла.
Халыҡ, Ил, Тел – һиңә бик шәп
Ҡалҡан булыр.
Кемдер һиңә ҡаршы сыҡһа –
Талҡан булыр!
Илдең һиңә, һинең Илгә
Юҡ кәрәгең.
Үҙең ҡылан, как будто һин –
Ил терәге!
Алдыңдағын тапап үтеп,
Өҫкә үрлә –
Бәлки, сығып ҡуйыр һинән
Бер шәп түрә!
Түрәлек ул мәңге түгел,
Өлгөрөп ҡал –
Урла, байы, Шәхестәрҙән
Үсеңде ал.
Ижадсының һәр бер эшен
Юҡҡа сығар.
Ул үрләһә, карьераңа
Таяҡ тығар.
Меҫкендәрҙе маҡтап, күккә
Сөйөп ебәр,
Таланттарға төрлө бысраҡ
Өйөп ебәр.
Өтөктәрҙе өҫтөн итһәң –
Талант үлә.
Быны яҡшы үҙләштерә
Һәр бер түрә.
Мин – сатирик. Кинәйәне
Дөрөҫ аңла.
Үҙ башың бар, үҙ выжданың –
Һиңә Алла!
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ.