

Һорамайым бер кемдән мин ярҙам,
Ҡалһам да ташҡында бер ярҙа.
Етемлек өйрәтте тормошта
Донъяны тик үҙең ҡормошҡа.
Бурысҡа алһам да бик һирәк,
Биш итеп ҡайтарам бәхилләп.
Мохтажға бирәм бар булғанын,
Аяҡҡа тап килә юрғаным.
* * *
Ышанмайым дошман һүҙенә,
Тура ҡарайым ялған күҙенә.
Юҡтан бар булмаҫын беләмен,
Тик хәләл ризығын ейәмен.
Донъяның алдағы әүрәтмәй,
Әҙәмдәр ни генә өйрәтмәй.
Ҡолағым ишеткән бар моңдо,
Ят моңдо йөрәгем көйләтмәй.
Ҡурҡма, һорама, ышанма –
Был һүҙҙәр әйләнде доғаға.
Намыҫың ҡушҡанса йәшәһәң,
Самалар тап килер самаға.
Фото: ВКонтакте