+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
19 Июнь 2025, 06:10

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс

ПОЛУНДРА!..Һағыш диңгеҙенә батам, –Ауылым һағындыра!Диңгеҙ теле менән әйтһәк,Йөрәктә – "Полундра!"“Ташландыҡ бер утрау һымаҡАуылым ҡалды йыраҡ...” –Ут өҫтәп янған йөрәккәБер бурлак тора йырлап.

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәсӘбүзәрҙән шиғри күстәнәс
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс

Ул утрауҙа яңғыҙ ҡарсыҡ
Сикһеҙ диңгеҙгә ҡарап,
Робинзондай күҙәтәлер,
Күренмәҫме, тип, карап.
Һәм ҡайтып үҙ ҡыуышына
Ҡабыҙалыр усағын.
Иртән тороп тағы килер
Ҡарарға “диңгеҙ” яғын...
Сайҡала диңгеҙ, сайҡала...
Ләкин ул бишек түгел.
Иркәләр наҙлы ҡулдар юҡ, –
Күшектем, өшөп күңел.
Һағыш диңгеҙенә батам, –
Ауылым һағындыра!
Диңгеҙ теле менән әйтһәк,
Йөрәктә – "Полундра!"

Фокус


И бер ҡатлы бала саҡтар —
Ышандыҡ фокуссыға:
Күҙ алдында ҡулындағы
Тинлектәр юҡҡа сыға...
Хәҙер донъя — үҙе цирк,
Илебеҙ — бер арена.
Гүйә, фокус ҡарар өсөн
Килгәнбеҙ Ер шарына.
Ҡулдарына күҙ эйәрмәй,
"Һә " тигәнсә оталар.
Улар өсөн күкәй нимә —
Миллиондарҙы йоталар...
Ана, берәү завод йотто —
Торғаны менән — гурман!
Ауыҙына инеп китте
Тотош күл, тотош урман...
Берәү йотто газ торбаһын,
Берәү нефть вышкаһын...
( Ер шарын да йотор улар,
Тәүбә!.. Хоҙай ҡушмаһын!)
Бер әйтерҙәр:" Фокус тамам!"
Бөтөргәс илде йотоп.
Ауыҙ асып ҡалыр халыҡ,
Теге нәмәһен тотоп...

Ҡоллоҡ


(Уйынлы-ысынлы)
Ҡол биләүселек дәүере
Тарихта ҡалған, тиҙәр.
Имеш, кешеләр тормошта
Азатлыҡ алған, тиҙәр.
Ялған һөйләйҙәр. Ҡараһаң,
Ҡолдар ни донъя тулы:
Кемдер – вазифалар ҡоло,
Кемдәрҙер – аҡса ҡоло.
Кемдер ғүмер буйы эш тип,
Бығау һалған ҡулына.
Кемдер йөрөй әүерелеп
Ялҡаулыҡтың ҡолона.
Шешә ҡоло... Бисә ҡоло...
Йыһаз ҡоло... Аш ҡоло...
Ҡотолоу юҡ был ҡоллоҡтан, –
Хет ерҙе тырнап оло.
Ҡол биләүселек дәүере –
Беҙ һайлаған юл бит ул.
Ерҙә бер кем азат түгел,
Һин дә, мин дә ҡол бит ул!

Салауат ӘБҮЗӘР.

Автор:
Читайте нас