+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
20 Июнь 2025, 06:40

ХИТРЫЙ ЙЫРҘАР

Кәбир АҠБАШ Хәҙерге йырҙы тыңлағас,Дуҫым һорап йөҙәне:– Нимәне аңлата? – ти ул, –«Ретро йырҙар» тигәне.– Рифмалашҡан буш һүҙҙәрҙеЫрғый-һикерә йырлайҙар.Аңлашылмай, был йырсыларНи әйтергә уйлайҙар?

ХИТРЫЙ ЙЫРҘАРХИТРЫЙ ЙЫРҘАР
ХИТРЫЙ ЙЫРҘАР

Йыр түгел, шыңшыу бары,
Моң тигәндәре ҡайҙа?
Экрандар һәм сәхнә яна,
Бындай йырҙан юҡ файҙа.

Хәҙерге йырҙы йырлаған
Йырсыларҙы ҡыҙғанам.
Ҡасан тыуыр ысын йырҙар,
Моңға һыуһап һыҙланам…

Тыңлап бөткәс дуҫым әйтә:
– Йыр түгел был, хата, – ти.
Ретро йырҙар – «Хитрый йырҙар»
Тигәнде аңлата, – ти.

Автор:
Читайте нас