+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
20 Июнь 2025, 05:55

Кешегә ай ҙа оҡшамай, ҡояш та...

"Ямғыр яумай, эҫе!" - тиеп,Эх, зарлана бар халыҡ.Баҡса утап көнө буйыБөттөләр ҡара янып. Ҡояш байышын көтәләрЙәнәһе кисен һалҡын.Серекәйе тынғы бирмәйШулай көн күрә халҡым.

Кешегә ай ҙа оҡшамай, ҡояш та...Кешегә ай ҙа оҡшамай, ҡояш та...
Кешегә ай ҙа оҡшамай, ҡояш та...

Оҙаҡ көткән ямғыры ла
Килде яуырға кисә.
"Һыу һипмәйем ял итәм", - ти,
Һөйөндө минең бисә.

Кисә килгән ямғыры
Күл итте бар доньяны.
Туҙан баҫҡан машинам да
Әйтерһең дә өр яңы.

Тотондолар барыһы ла
Һауа торошон һүгергә.
"Ҡәһәр ямғыр туҡтамай", - тип,
Илап йәштәр түгергә.

Был халыҡҡа аптырайым,
Бер нимә лә ярамай.
Ҡаймаҡ алһа күстәнәскә
Уға кәрәк һары май!

Йәмил Ҡотлогилдин.

Фото: smartik.ru

Автор:
Читайте нас