+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
23 Июнь 2025, 09:10

* * *

Фирүзә АБДУЛЛИНА Был донъялар эй ҡатмарлы, - тибеҙ,Зарланырға сәбәп табыла,Бер мәшәҡәт бөтөп, саҡ тын алһаҡ,Яңылары тыуа тағы ла.

* * ** * *
* * *

Көн дә яңы теләк, яңы хыял,
Яңы маҡсат әйҙәй, саҡыра,
Туҡтап, артҡа табан әйләнергә
Ваҡыт етмәй ҡала саҡ ҡына...

Ығы-зығы менән ғүмер үтә –
Ҡабатланмаҫ ғәзиз минуттар...
Баҫылырмы икән берәй ваҡыт
Тынғы бирмәй янған был уттар?

Ҡатмарлымы шулай был донъялар?
Ҡатмарламайбыҙмы үҙебеҙ?
Күп кәрәкмәй бит ул бәхет өсөн –
Етә ҡайсаҡ тик бер һүҙебеҙ.

Етә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙа,
Күп кәрәкмәй бит ул күңелгә,
Әрәм үткәрмәйек бер ғүмерҙе –
Ваҡытлыса килдек был ергә...

Автор:
Читайте нас