

Урындағы түрә-ҡаралар ҙа
Тырышалар һиңә ярарға.
Сәләмеңде алмай йөрөүселәр
Табаныңды әҙер яларға!
Һиңә эт һөсләткән бәндәләр ҙә,
Ауыҙ йырып килеп күрешә.
Тиктомалдан, һине данлап, маҡтап,
Ярамһаҡланырға керешә.
Дан һүрелгәс, дәрәжәләр бөткәс,
Бер ҡайтырһың ябай зат булып.
Күп бәндәләр һине “танымаҫтар”,
Ҡаңғырырһың бында ят булып.
“Әйҙүк!” тиеп ҡаршы алыусылар
Ҡапҡаларын ҡуйыр йоҙаҡлап.
Түрәләргә барһаң — керетмәҫтәр,
Көтөп ултырһаң да — оҙаҡлап.
Хәҙергә һин тауҙың түбәһендә!
Бейеклектең тәмен татып ҡал.
Иртәгә һуң булыр, бөгөн йәшә —
Йәнең теләгәнсә шашып ҡал!
Ҡәҙерең бар саҡта һоғоноп ҡал,
Һимеҙ ерен — ҡалъя, улъяның.
Үкенмәҫлек итеп, ҡаңғырып ҡал,
Арт яғына тибеп донъяның!
Шашһаң да, бик онотолоп китмә,
Кеше булып ҡалһын есемең.
Ҡиблаң буталмаһын!
Тарих өсөн —
Таҙа булып ҡалһын исемең!
Күрәҙәлек түгел әйткәндәрем —
Донъялары шулай ҡоролған.
...Бер беҙ генә түгел, күтәрелеп,
Кире ҡолап төшөп, оролған!
МАЙЛАМАЙСА
Руслан АБДУЛЛИН
Бутҡа бешергәйнем — майым бөткән,
Вәт нишана — тишек хәтерҙе.
Тамаҡ һыҡып, ҡапҡан ҡоро бутҡа
Әллә нимә иҫкә төшөрҙө...
Май булмаһа — нисек булыр ине?
Техникалар нисек йөрөрҙәр?
Майламаһаң “кабинет”тарға ла
Белмәҫ инек — нисек керергә?
Һөйәктәр ҙә шығыр-шығыр һине,
Йөрөмәҫтәр ине күтәреп.
Өшөр инек — әгәр ҡорһаҡтарҙа
Май булмаһа, һыуыҡ үткәреп.
Майламайса, яйламайса әйтһәң —
Тыңламаҫтар ине кешеләр.
Ҡалыр ине ятып, ҡар яуғанса,
Бөгөн эшләй торған эше лә...
Осратһаң да, оҡшатһаң да әгәр
Күңелеңә ятҡан ҡатынды,
Матур һүҙҙәр әйтмәй яндарына —
Бара алмаҫ инең яҡын да...
Әллә ниндәй уйҙар килә башҡа,
Бешерһәмме башҡа бутҡаһын?
Бөгөн магазинда төшөп ҡалған —
(Әллә ниндәй уй уйлатҡан...)
Хәтеремде ғәфү итмәмен...