+28 °С
Облачно
Шиғырҙар
9 Июля 2025, 08:25

ЗАМАНА ТАҠМАҠТАРЫ

Сибәғәт Рахманғолов Күңелле йәшәйбеҙ, дуҫтар –Көн дә байрам, көн дә туй.«Бесән көнө», «Ҡорот көнө»,Шунан шаулай Һабантуй. Их, ярыҡ кәритә –Баш ҡала байрам итә.Газманов китеп өлгөрмәй,Бузова килеп етә.

ЗАМАНА ТАҠМАҠТАРЫЗАМАНА ТАҠМАҠТАРЫ
ЗАМАНА ТАҠМАҠТАРЫ

Өфө баҡсалары матур,
Гөл-сәскәле урамы.
Ошо урамдарҙа шаулап
Үтә «Китап байрамы».

Их, дөңгөр, барабан –
Эсе тулы тараҡан.
Арып ҡайтып киләм әле
Сираттағы саранан.

«Әйҙә уйна», тарт ҡурайың,
Йомарт башҡорт балаһы.
Бузовалар килер-китер,
Беҙгә бында ҡалаһы.

Их, метрополитен,
Башҡорттар байрам итһен!
Уйнап-бейеп, йырлап-көлөп,
Ғүмер күңелле үтһен.

Фото: https://vk.com/id201919463?from=search

Автор:
Читайте нас