+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
16 Июль 2025, 19:10

БАЛҒА ТӨШКӘН СЕБЕН

Ләйсән КӘШФИ (Мәҫәл)Кеше-ҡара күрмәгәндә,Бал һауытына килде себен.Себенгә күп кәрәкме ни,Яланы ла белде сиген.Килә-килә аҙҙы нәфес,Балына уҡ тыҡты морон.Хужа булды, яулап алды«Ярҙың сиге» – һауыт ҡырын.

БАЛҒА ТӨШКӘН СЕБЕНБАЛҒА ТӨШКӘН СЕБЕН
БАЛҒА ТӨШКӘН СЕБЕН

Нәфес-иблис баш булғастын,
Юйҙы себен сик-оятты.
Баш-аяғы менән мәлғүн
Был һауытына кереп батты.

…Туйҙы ла бит, юҡ ҡотолоу,
Бал эсендә безләп ята...
Тап шулай ҡайһы берәүҙәр
Ҡомһоҙлоҡ күленә бата.

Автор:
Читайте нас