+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
23 Июль 2025, 08:35

Йәйҙәрҙең бит үҙе йәме - ҡото

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Шаптырҙатты,ҡойҙо, һибәләне.Боҙ борсағы менән түбәләне.Йәйғор йәйәһен дә кирҙе бик йыш,Эңерҙәре янды - ҡыҙыл йыртыш.

Йәйҙәрҙең бит үҙе йәме - ҡотоЙәйҙәрҙең бит үҙе йәме - ҡото
Йәйҙәрҙең бит үҙе йәме - ҡото

Үлән - уты доноп үҫте генә,
Ерҙе тишкеләгәс көмөш энә.
Күпсеп ятҡан ергә һыуы һеңә -
Йылға йырҙаһынан сыҡмаҫ, тимә.
Сәскәләре иһә бал тәме әйтә,
Безелдәшә, геүләй бөжәк - ҡорто.
Ниндәй сүрәттәрҙә килгәндә лә,
Йәйҙәрҙең бит үҙе йәме - ҡото.
Һаумал һөттәй томан күтәрелә -
Һынамыштар әйтә - яуынғалыр.
Йәйҙәремдә йәйрәп йәйләүҙәрем -

Мең ниғмәтле һыйлы табындамын.

Фото: hu.pinterest.com

Автор:
Читайте нас