

МАРСТА ЙӘШӘҮ БАРМЫ?
Бер-береһенән уҙҙырып,
Гүйә фәнни ярышта,
Ғалимдар асыш яһайҙар,
Йәшәү бар, тип Марста.
Мине башҡа һорау борсой:
Ерҙә йәшәү бар микән?
Әллә ул сикһеҙ ғаләмдә
Йөҙгән бер буш шар микән?
Уны “Власть” тигән болот
Уратып алған, тиҙәр.
“Демократик” кислородтың
Булыуы ялған, тиҙәр.
Һалым миҡдары юғары, –
Һулағыһыҙ һауа, ти.
Кислоталы ямғыр булып,
Коррупция яуа, ти...
Ерҙә йәшәү юҡ!..
Тормоштоң
Бик ҙур унда баҫымы!
Марста бар, тип әйтәләр, –
Марсҡа осаһымы?!.
***
Йылғалар хәҙер һайыҡты,
Күктәр шундай тәпәш.
Аҡһаҡаллы ҡарттары ла
Сабый менән йәштәш.
Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа
Ерҙә генә шыуа.
Хатта Гулливерҙарҙан да
Лилипуттар тыуа.
Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе
Һәм бәләкәй тажы.
Үҙ башына үлсәп ҡарай
Уны һәр бер таҙы.
Ер шары ла усҡа һыйыр, -
Тәтәй ҡурсаҡ ҡына.
...Тик үҫкәндән-үҫә бара
Бары ҡорһаҡ ҡына...
БЕҘ!..
Беҙ - ирекле ирекһеҙҙәр!..
Беҙ - ҡол түгел ҡолдарбыҙ!..
Беҙ - хоҡуҡлы хоҡуҡһыҙҙар!..
Беҙ - юлсылар юлдарһыҙ!..
Беҙ - күҙле килеш һуҡырҙар!..
Беҙ - телле көйө телһеҙ!..
Беҙ - ишеткән һаңғырауҙар!..
Беҙ - илле көйө илһеҙ!..
Беҙ - тоҡанмаған уттарбыҙ!..
Беҙ - йәйә, ләкин уҡһыҙ!..
Беҙ - йөрәкле йөрәкһеҙҙәр!..
Беҙ - була тороп, юҡбыҙ!..
АЛАДДИН ШӘМЕ
Теләктәреңде үтәрмен,
Һин әйт кенә, йәме!
Минең күкрәгемдә ята
Аладдин шәме.
Бар теләгең ҡабул булыр,
Мин - ҡолоң һинең!
Йөрәкте асып сығарҙың
Мөхәббәт енен...
***
...Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –
Ара тора боҙолоп.
Бөгәрләнеп кенә ята
Ҡуйынымда боҙ булып.
Йыуатып һүҙ әйткән булам,
Ҡарайым инәлеп тә...
Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –
Килмәгәс килмәй ипкә.
Һөйләшмәй бына нисә көн,
Йылмаймай нисәмә ай.
Ни ҡылырға ла белмәйем
Артабан барһа былай.
Әллә... ғашиҡ булды микән?..
Ташларғамы самалай?..
Уйламаған уй ҡалманы,
Баш ҡатты инде, малай.
Тағы күпме ғазаплар ул,
Йөрәкте күпме һығыр?..
Әллә нишләне лә ҡуйҙы...
Ни булды һиңә, Шиғыр?
***
Хоҙай алдында тигеҙбеҙ,
Бер кемгә айырма юҡ.
Батшаға ла шул бер ҡояш,
Көтөүсегә лә шул уҡ.
Бер үк йыһан, бер Ер шары,
Бер үк һыу, бер үк һауа.
Бер үк ҡоштар моңон түгә,
Бер үк ямғырҙар яуа...
Был һүҙҙәрем асыш түгел,
Быны һәр кем дә белә.
Тик көтөүсе булғы килмәй,
Батша булаһы килә...
АҠ ШАҠМАҠ
Малевичтың "Ҡара квадрат"ын ҡарағас.
Алдымда ятҡан аҡ шаҡмаҡ
Мәңгелектең әллә ишегеме?
Әллә бар ғаләмгә өмөт һирпеп,
Яңы тыуған сабый бишегеме?
Ошо аҡлыҡ шәм осонда тертләй,
Ҡояш итеп күрәм был аҡлыҡты.
Йә уйнай ул сабый ҡарашында,
Йә сал керпектәге нур аҡтыҡҡы.
Бында ғүмер башы һәм аҙағы,
Биләү менән кәфен төҫө бында.
Һүнеп барған донъя иңрәүе был,
Дөрләп китер донъя көсө бында...
***
Кеше битлек менән йәшәй,-
Бер кемде булмай танып.
Мәмерйәнән сыҡтыҡ та беҙ,
Йәшәйбеҙ маймылланып.
Хәҙер атом бомбаларын
Тоторҙоҡ беҙ маймылға:
Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар
Теләп киләһе йылға.
Дарвинизм тәғлимәте
Һаман да аңды быуа.
Маймылдан кеше тыумай ул,
Кешенән маймыл тыуа!
САҢ
Менмәһәм дә, һыйпағаным булды
Алтын ялын Шөһрәт атының.
М. Кәрим.
Булманы Шөһрәт атының
Алтын ялын үреп.
Бер боролошта ҡойроғоноң
Осон ҡалдым күреп.
Күтәрелеп ҡалды унан
Саң-туҙан ғына.
Туҙан араһынан барып,
Ғүмер уҙа бына.
Ниндәй аттар сапҡанын да
Булмай хәҙер аңлап:
Донъябыҙҙы бөтөрҙөләр
Дан аттары саңлап...
АЛМА ТӘМЕ
Борон-борон заман булдымы был,
Әллә таңда күргән төш ине, -
Хәтер һаҡлай йылы тынын өрөп,
Бер бәләкәй ғашиҡ кешене.
Ҙур мөхәббәт нисек һыйҙы икән
Леп-леп типкән кескәй йөрәккә!?
Йөрәкме ни - ул һандуғас ине,
Бөркөт булыр ине - кәрәкһә.
Ә кисе һуң! Йыһан баҡсаһына
Һикереп төшөп, йондоҙ тирерлек.
(Бала саҡтан ҡанға һеңеп ҡалған:
Баҡсаларға төшөү - бер ирлек).
Төшмәнекме кеше баҡсаһына,
Өҙмәнекме яттар алмаһын?!
Мөхәббәттән тыуған сауапмы был,
Йә гонаһмы - кем һуң аңлаһын...
Мин иҫләйем. Һин дә иҫләйһеңдер, -
Йөрәгеңә һағыш тулғандыр.
Баҡсағыҙҙа өҙгән алма тәме
Иренеңдең таты булғандыр!