

Мәтрүшкәне кем белмәй һуң,
Бөтнөк йә ҡомалаҡты.
Кейәү үләне ҡайҙа юҡ –
Дарыу бар аяғаҫты.
Ауылымдың яландары
Үҙе бер дауа икән.
Бөтөн сиргә шифа биргән –
Һулаған һауа икән.
Башың мендәргә терәүгә,
Йомола күҙ ҡабағың.
Өфөлә шул йоҡоларҙы
Их һуң ҡайҙан табаһың.
Аптырағас, һатып алдым
Кескәй үлән мендәрен.
Тыуған яҡтың хуш еҫтәрен
Еҫкәп ятам төндәрен.
Йоҡларға тип алған мендәр
Тынғылығым юғалтты.
Һағынышлы хәтирәләр
Ауылыма юллатты.
Күңелдәрем булмаҫ, ахыры,
Ҡайтмайса төйәгемә.
Рәхәтләнеп аунамайса
Тыуған яҡ үләнендә.
Ф