

Үҙ янына ауыл малайҙарын
Йыйып ала ине кис еткәс.
“Их, малайҙар, гармун уйнамайһыҙ
Үкенерһеҙ әле мин киткәс.
Шунан китә һөйләп йәш саҡтарын:
“Гармун моңо беҙҙе йәшәтте.
Йөрәк ҡылын сиртте, моңландырҙы,
Арымаҫҡа хатта өйрәтте.
Ә йәшлектә алһыу таңға ҡәҙәр
Гармун моңдарына ҡойондоҡ.
Икмәк-майға тамаҡ туймаһа ла,
Гармун моңо менән туйындыҡ.
Гармун моңо эшкә дәрт тә бирҙе,
Күңелдәргә булды ҡыуаныс.
Гармун моңо барын онотторҙо,
Иркәләне, һөйҙө...йыуаныс.
Аулаҡ өйҙә, ындыр табағында
Ҡайҙа ғына гармун булманы.
Ятып ҡалған батыр яугирҙәре,
Иҫкә алһаҡ, гармун иланы.
Тол ҡалғандар йыйылышып кисен,
Күҙ йәштәрен бергә ағыҙҙы.
Шул саҡтарҙа дәртле гармун моңо
Өмөтһөҙгө өмөт ҡабыҙҙы.
...Хөрмәт бабай күптән гүр эйәһе.
Бөтөнләйгә тынды гармун да.
Беҙ, малайҙар үҫеп буй еткерҙек.
Ят тауыштар яңғырай ауылда.
Шулай тинем дә ул туҡта, дуҫҡай.
Ҡайҙан әле, ҡайҙан моң килә?
Киске урамдарҙы иңләй-иңләй,
Гармун моңо ҡайҙан түгелә?!
Үтеп барғандар ҙа туҡтап ҡалды,
Моң яғына бороп баштарын.
Ҡарт-ҡоролар сыҡты өй алдына,
Онотҡандар ашар аштарын.
Ят тауышлы “маг”лар тынып ҡалды,
Наушниктар төштө ҡолаҡтан.
Әйтерһең дә, сихри моң килә...
Төпһөҙ күктән, йыраҡ-йыраҡтан.
Моң ағылған яҡҡа аяҡ атлай,
Хөрмәт бабайҙарҙың өйөнә.
Гармун тарта уның бер ейәне,
Мәңге тере халыҡ көйөнә.
Күҙҙәремә шул саҡ йәш тығылды.
Гармун моңо өҙә үҙәкте.
Мин тапҡандай булдым йәшлегемдә -
Юҡалтҡанды, иң-иң кәрәкте.
Гармун моңо ҡайта ауылыма.
Уйландырыр әле, илатыр.
Йәшлек йылдарына алып ҡайтыр,
Яраларҙы бәйләр, йыуатыр.
Фото: kultura-to.ru