+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
21 Август 2025, 05:50

ШИҒЫРХАНА

ИКЕНСЕ ЯРТЫБЫҘ Икенсе яртыһы булаҺәр нормальный ир кешенең.Икәү кәрәк! ЯңғыҙынаБик ауыр бит бер кешенең... Икәү булған саҡта ғынаБәхетең дә ташып тора!Хыялдарың ҡанатланып,Йондоҙҙарға ашып тора!

ШИҒЫРХАНАШИҒЫРХАНА
ШИҒЫРХАНА

Иртә таңдан тороп, ҡатын
Эшкә барып, йонсоп ҡайта.
Өйгә ҡайтҡас та тынғы юҡ,
Тыз-быз килеп, бик һуң ята.

Аш йүнәтә, өйҙө баға,
Бала ҡарарға ла кәрәк.
Йоҡо туймауҙан баш сатнай,
Иргә ярарға ла кәрәк.

Ир кеше таш йөрәк түгел —
Яҡшы аңлай ҡатын хәлен.
Ул ҡурсалай, яҡлай, һаҡлай
Йәндәй күргән һөйгән йәрен.

Беренсе яртың — ҡатының,
Ғаиләңде тотоп тора,
Бары-юғын етештереп,
Ямаштырып, һүтеп ҡора.

Икәү булған саҡта ғына
Көс-дарманың ташып тора!
Күңелдәрең ҡытыҡланып,
Ярһып-тулап, шашып тора!

Беренсе яртың — ҡатының,
Донъя көтөп торған бисәң.
Икенсеһе — матурҡайың,
Мөхәббәтең, любовницаң!

Вәлит ИЛЕМБӘТОВ.

МӨТӘШАҒИР МОНОЛОГЫ
Көн дә иртән шиғыр яҙам,
Теркәп оло яҙмамды.
Яҙыу, ҡустым, анһат түгел,
Илһам бирһен ярҙамды.

Бәлки, ҡустым, таҡыр юл тип,
Ат борорһоң был яҡҡа?
Хәреф-таштар түшәлгән юл —
Шәп юл бит ул, оҙаҡҡа!

Хәреф-таштар замананың
Һаҙына батһа, бата...
Тик тәүге мәл барыбер ҙә
Кеше алдында ята.

Шиғыр яҙ ҙа, аптырама,
Тәүгеләр шығырҙаһа...
...Яҙып күрһәттем ошолай,
Ағаң шәп шағир ҙаһа!

Шиғыр яҙып, шиғыр һөйләп,
Йәшәргә инде иҫәп.
Берәй дәүләт наградаһын
“Тешләргә” инде. Нишләп?

Һин дә, ҡустым, тик йөрөмә!
Яҙ бөгөн үк бер шиғыр!
Тема тапмаһаң, ҡайғырма,
Хужаңа арнау сығар!

Хужаң оҡшатһа, үрләрһең,
Йөҙөрһөң балда-майҙа...
Яҙа-яҙа йыйыла ул,
Һәм китап сығыр, яйлап.

Булмай, тимә, тот та, тотон!
Йыландың ҡырҡ һин ботон!..
Ярай, ҡусты, күрәһем бар
Яҙыусыларҙың йортон!
Яҙыусылар яңы йортта
Ижад итә, ти, хәҙер.
Арнауын үҙем яҙырмын,
Актуаль тема әҙер!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:
Читайте нас