+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
2 Сентябрь 2025, 13:00

ӨЙ ЗАУЫҒЫ

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ Мин бөгөн өй тауығы.Ҡырҡмаһа ҡырҡ эшемМөлдөрәшеп ҡарап тора:Ҡалһын беҙгә лә көсөң!   Мин бөгөн — өй зауығы.Йыуам, йәйәм, ағартам:Өйөм бөхтә булһын, тим дәУйҙарымды таҙартам.

ӨЙ ЗАУЫҒЫӨЙ ЗАУЫҒЫ
ӨЙ ЗАУЫҒЫ

Мин бөгөн — өй ауазы:
Ҡапыл ебәрәм йырлап,
Таҡылдай кер машинаһы,
Сажлай сәйнүгем, фырлап.

 

Ҡайнатмаһы, бәлеше лә,
Бирүктәрем, компотым.
Усаҡҡа етһен утыным,
Һүнмәһен генә утым!

 

Мин бөгөн өй Һауаһы.
Намаҙлығым яҡтыра,
Ҡөрьән биттәре, көрһөнмәй,
Әңгәмәгә саҡыра.

 

Мин бөгөн Өйҙөң асылы:
Үҙемә мин баш бөгөн.
Өйөмдөң мин — һайрар ҡошо,
Күҙ өҫтөндә ҡаш бөгөн!

Автор:
Читайте нас