

Өҫтә елән,билдә билбау,
Ҡулдарында уҡ-һаҙаҡ
Ебеп торма,егет булһаң,
Эйәрлә лә атың, сап!
Ҡатын-ҡыҙҙың күлдәктәре
Әбүркәле,таҫмалы,
Сәсүрместәге һумлыҡтар
Берәү түгел,күп һанлы!
"Кейемен күр ҙә, үҙен ҡоҫ'-,
Тигәндәр, боронголар
Шул әйтемде күҙҙә тотоп,
Йолаларҙы тотоу бар.
"Кейемеңә ҡарап,ҡаршы алалар,
Холҡоңа ҡарап оҙаталар"-,
Тигән, һүҙ
бар халҡымда.
Кейгән кейемең-һинең йөҙөң
Тап төшөрмә халҡыңа!