

Ҡарттар әйтә,
Ҡатыныңа
Баш булып ал иң элек.
Теҙгенеңде бер бушатһаң,
Күрәм тимә изгелек.
Фил ҡәҙәрле кәүҙәм менән,
Ирешеп тороп булмаҫ,
Метр ярымлы ҡатынға
Бирешеп тороп булмаҫ!
Аҡырып бер, йоҙроҡ һуҡтым
Кухняның өҫтәленә -
Баштан уҡ өйрәнһен ҡатын
Йоҙроҡтоң еҫтәренә!
Ҡатынды ен алыштырҙы,
Күҙенән ут күренде,
Япон каратисы һымаҡ
Ҡабарынды, күбенде.
Ырғып менде лә өҫтәлгә,
Өйҙә мәхшәр башланды.
Минән дә яман үкереп,
Атакаға ташланды.
Әйләнеп , ҡолаҡҡа типте,
Ҡуныслы калуш менән.
Шунан, нәҫелемде һүкте,
Эт өргән тауыш менән.
Таба менән йыға һуғып,
Иҫһеҙ итеп ятҡырҙы.
Аҙаҡ, йөнлө күкрәгемә
Тырнаҡтарын батырҙы.
Шулай итеп йәшәп киттек,
Мин баш хәҙер, ул муйын.
Баш түгел,
Муйын командир! -
Шуныһы ғына ҡыйын...
Ҡатынды күрһәм, тертләйем,
Тубыҡ ҡалтырап тора.
Аш йүнәтәм, иҙән йыуам ,
Донъя ялтырап тора.
Собханалла, күҙ теймәһен,
Ғаиләбеҙ ныҡ татыу!
Ҡатын муйын, мин баш булып,
Бик матур йәшәп ятыу.
2025.
Фото: topwar.ru