

Шул малайҙар хәҙер важныйландыҡ:
Эре һиптерәбеҙ борсаҡты,
Сүпләп-сүпләп кенә һөйләшәбеҙ,
Кирә төшөбөрәк ҡорһаҡты.
Урамдарҙа йүгереп йөрөү ҡайҙа!
Атлап йөрөү ҙә аҙ - "так сибә".
Эшкә барыу, ҡайтыу - машинала
Гулять һалдырыуҙар - таксиҙа.
Малай саҡтың рәхәт ябайлығы
Онотолған инде - белмәйбеҙ:
Илар саҡтар була - иламайбыҙ,
Көлөр саҡтар була - көлмәйбеҙ.
Шаярмайбыҙ, имеш, ололарға
Уйын-көлкө-фәлән килешмәй,
Ҡайберәүҙәр хатта, килешмәй, тип
Йәшлек дуҫы менән күрешмәй.
Ят шикелле хәҙер малайҙарҙың
Урамдарҙа йүгереп йөрөгәне.
Шулай беҙгә аҡыл керә микән,
Әлә сыға микән кергәне.
Фото: https://vk.com/public215622371