

... Һаумы, әсәй, минең туғандарым.
Хаттар яҙам һыуыҡ блиндажда.
Тик бармаҡтар эҫе тимер кеүек
Һағыныуым шаша ҡанымда.
Геүелдәшеп оса миналары.
Исмаһам да туҡтап тормайҙар.
Ошо хатты өлгөртәлһәм ине.
Әсәйемдең йөрәк ҡайнайҙыр.
-Хәлдәр арыу әсәй,бошонма.
Ил яҙмышы-ирҙәр ҡулында.
Быуын ҡатты икән, егеттәрҙе
Бурыс көтә илдең һағында.
....Эй,һағынам ауыл тирәктәрен
Һыҙылап атҡан ауыл таңдарын.
Яңы бешкән ҡоймаҡ тәме менән
Әсәйемдең ҡайнар сәйҙәрен....
Тик ошонда,һуғыш яланында.
Ҡәҙерҙәрен белдем тормоштоң.
Нисек яҡын миңә туғандарым,
Бөйөклөгө минең әсәйҙең.
....Аһ,йомолдо күҙем. Киттем тимәк.
Йәнем осто зәңгәр күктәргә.
Эсер һыуым, һулар һауаларым
Юғалдылар сит-яҡ төйөктә.
...Тормош дауам итә ,әсәй.
Бик илама. Хаттан алда....
Килтерһәләр йәнһеҙ кәүҙәмде..
Бауыр баҫып сабырлығың еңһен
Күргем килә түҙем әсәйҙе.
Һуғыш бит ул орден –миҙал түгел.
Йәшел бишмәт түгел иңдәрҙә.
Минең өсөн намыҫ талабы ул.
Ил һаҡларға киткән аҙымда...
Иламағыҙ, мине оҙатҡандар.
Яҙмыш һурпалары төрлөсә.
Ил яҙмышы- ирҙәр елкәһендә
Барыр инем тағын өсләтә.
-Хуш булығыҙ, дуҫтар, ауылдаштар.
Һөйгән йәрем һәм дә балалар.
Мәңгелеккә киттем. Иламағыҙ!
Йәлләмәһен, берүк йәнегеҙ.
Беҙ бит күмәк бында, бирешмәбеҙ.
Һорап ҡалам, һеҙҙән ялбарып.
Әсәйемде, зинһар, ташламағыҙ.
Ҡайғырмаһын, минһеҙ тилмереп.
Мин яратам,һеҙҙе,белегеҙ...!
Мин яратам,һеҙҙе,түҙегеҙ.....!
Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.
Фото: Pinterest