

Өҫтәл алдыҡ түп-түңәрәк кенә,
Түңәрәктәй генә бәхет юрап.
Батмусымда самауырым шыжлай,
Беҙ бәхетле тиеп, сыңлап-йырлап.
Теҙелешеп ҡайтыр ҡаҙҙар кеүек,
Балаларым – күҙем нурҡайҙары.
Һеҙҙә бит ул – тормош асылдары,
Өйөбөҙҙөң йәме, ҡотҡайҙары.
Һөйөп кенә ҡосоп алһа йәнем.
Артып китә минең баһаларым.
Йәшәү һутым, әрнеү-утым – һиндә,
Һиндә генә – яра-дауаларым!
Шул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерле,
Бер бөртөкләп бергә ҡорған оя!
Бар туғандар, дуҫтар беҙгә һыя,
Мин бәхетте бына шулай тоям!
Фото: https://vk.com/public215622371