+28 °С
Болотло
Шиғырҙар
8 Октябрь 2025, 07:45

АТ БУЛДЫМ...

Зөлфиә ХАННАНОВА Ғүмер буйы мин ат булдым:Йәш саҡта —сабыш аты.Ҡамсы менән һуға-һуға,Ҡыуҙылар мине ҡаты.Шунан йөк аты иттеләр,Сикләнеләр иректе.

АТ БУЛДЫМ...АТ БУЛДЫМ...
АТ БУЛДЫМ...

Күтәргеһеҙ ул йөктәрҙе
Һөйрәй-һөйрәй хәл бөттө.
Инде ситкә ырғытҡайным
Тәгәрмәстең күсәрен,
Арҡама менеп ултырҙы,
- Ат бул, -тип, ейәнсәрем.
Бүлмә буйлап, дүрт тағанлап,
Улай-былай уҙамын.
Үҙ баламдың балаһы бит-
Ат итһә лә ризамын.
Ейәнсәрем бик ҡыуанғас,
Мин үҙем дә шат булдым.
Ғүмер буйы ат булдым мин!
Ғүмер буйы ат булдым...

Автор:
Читайте нас