+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
15 Октябрь 2025, 10:10

Яҙмыштарҙан риза булайыҡ

Бисмилла, тип иртән таң атҡастаРәхмәт әйтеп доға ҡылайыҡ.Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә ләЯҙмыштарҙан риза булайыҡ.

Яҙмыштарҙан риза булайыҡЯҙмыштарҙан риза булайыҡ
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ

Бер-бер артлы һынау килгәндә лә,
Башты эймәй тура атлайыҡ.
Һәр кисергән әрнеү- ғазаптарҙан,
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.

Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән,
Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тиҙәр
Булғанына риза булайыҡ.

 

Гөлшат Дәүләтшина.

Автор:
Читайте нас