+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
20 Октябрь 2025, 17:00

* * *

Татар-башҡорт элек-электәнАта-бабаны хөрмәт иткән.“Һәнәк” журналының атаһыҺәм дә бабалары кем икән? Башлап ебәреүсе – ҡыйыу Бабич,Мәжит Ғафури исем биргән,Рәшит Ниғмәтиҙең өлөшө ҙур,Ата-бабалары бер тигән!

* * ** * *
* * *

Кем “Һәнәк”те тәрбиәле иткән?
Кем йөҙ йәшкә тиклем үҫтергән?
Кемдер биттәрен төрөп көйрәткән,
Ә кемдер көлөргә өйрәткән!

Тауыҡ көлдөрөрлөк эштәр күреп,
Элеп алып илгә таратҡан,
Марсель Сәлим 30 йылдан артыҡ
Тура эштә сәсен ағартҡан.

Инде баш мөхәррир – Вәкил улы,
Илгиз Ишбулатовта ҡорал!
Яңы “Һәнәк” юмор менән тулы.
Ә хыял, маҡсаттар – киң Урал!

Нажиә ГӘРӘЕВА.

 

Автор:
Читайте нас