

Әгәр, үҙем сос булмаһам,
Эләгеп сыҡмаҫ инем.
Ағып китһәм, бөгөн бына
Өләсәй булмаҫ инем.
Урам тулып сапҡан өйөр
Тапап үтһә үҙемде,
Булмаҫ ине бөгөнгө көн
Иҫләүсе лә йөҙөмдө.
Баҫмаларҙан ауып төшөп
Батып барған сағымда,
Ҡотҡарыусы фәрештәләр
Әл дә булған янымда.
Айыу, бүре, йыландарҙан
Күпме ҡотола килдем.
Әсәй булып көйәнтәмә
Мин дә күнәктәр элдем.
Көйәнтәне тапшырғанмын.
Һыуға йөрөй килендәр.
Мин һөйәһе ейәндәрем
Күнәк тулып килһендәр.