+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
29 Октябрь 2025, 11:13

Һағышлы көҙ

Һары көҙҙәр һағыш алып килә,Моңһоулана, хисле күңелем.Хисле күңел һағышланған мәлдә,Ямғыр менән һыйлай миҙгелем.   Һары көҙҙәр, айырыуса матур,Һағыш бөркөлһә лә күңелдән...Һине лә мин, һары көҙ ҙә таптым,Һары япраҡ, ергә һибелгәс.

Һағышлы көҙҺағышлы көҙ
Һағышлы көҙ

Көҙгө елдәр тәҙрә сиртә бөгөн,
Сәләмеңде ахыры килтергән.
Алыҫ арабыҙҙы яҡынайтып,
Ямғырын да, ҡушып ебәргән.

Ямғыр тамсылары битем йыуа,
Иламайым бөгөн бары ла.
Иртәгә бит матур таңдар тыуыр,
Осрашырбыҙ әле тағы ла.

Эй, һары көҙ, һинән матурыраҡ,
Миҙгел бар мы икән донъяла?!
Һары көҙгә ғашиҡ тотҡан йәндең,
Йөрәгендә һөйөү ярала.

Хыялдарға сумам, һары көҙҙә,
Урмандар бит, алтын төҫөндә.
Әбейҙәрҙең сыуаҡ көндәре лә,
Йылылығын бирә күңелгә.

Зәлифә Байышева.

Автор:
Читайте нас