Кавказ тауы текә,
Баҫҡыс текә.
Беҙ үрләйбеҙ һаман юғары.
Алда – ҡая, килеп етеү ҡайҙа –
Баҫҡыстарҙың сиге юғәле.
Сәсәй-сәсәй бара был ағағыҙ.
Ә ҡыҙ инде – болан балаһы.
Ах, шул ваҡыт ташҡа ултырып ҡына
Бер аҙ ялдар итеп алаһы.
Юҡ, туҡтамай һылыу:
– Әле, – ти ул, –
Яртыһы бар юлдың, ана, – ти, –
Күрәһеңме, тауҙың түбәһендә
Тәҙрәбеҙҙең уты яна, – ти.
Менеп еттек. Ҡыҙый эргәһендә
Мышнамаҫҡа тырышам –
Мышната.
Һөйөү тигән нәмә ир заттарын
Бына бит ул, малай, нишләтә.
Быуын ҡалтырай,
Әммә һиҙҙермәйем.
Татлы уйҙар килә башыма.
Шул ваҡытты йәп-йәш һылыу егет
Пәйҙә булды беҙҙең ҡаршыла.
Егет һона ҡыҙға ал сәскәләр.
Бына алды уны ҡултыҡлап.
Ҡыҙый миңә эйелеп рәхмәт әйтте.
Ә мин торам шунда ыҡ-мыҡлап.
Китмәй торам ҡатып. Һылыу тағы
Ҡабатланы матур рәхмәтен.
«Һау бул, ағай!» булып яңғыраны был,
«Ошо ғына һиңә хөрмәтем».
Шул сағында йәшен ялтыраны ла,
Тауҙы ярып күктәр күкрәне.
Ямғыр ҡоя, һыуыҡ.
Әммә минең
Ялҡын менән тулы күкрәгем.
Ниңә инде буйы етмәҫ тауға
Күтәрелә икән был йөрәк?
Әле бына түбән төшөп киләм:
Шул кәрәк ул миңә, шул кәрәк.
БИК ЙӘШ ӘЛЕ
Кабинетта етәкселәр
Өс-дүрт сәғәт кәңәштеләр:
Бер урынға хужа кәрәк,
Тик кемде һуң ҡуймаҡ кәрәк?
Бына Ильяс: оҫта, зирәк,
Уның кеүек беҙҙә һирәк.
Тик шуныһы, Ильяс әле
Бик йәш әле, бик йәш әле,
Ун йыл үтте. Тағы, ҡара,
Шул турала кәңәш бара:
Хужа кәрәк, хужа кәрәк,
Тик кемде һуң ҡуймаҡ кәрәк?..
Тәүҙә ныҡлап уйлау кәрәк...
Ильяс ярай. Белемле лә,
Зиһенле лә. Ундай һирәк.
Тик шуныһы: йәшерәк шул,
Һай, йәшерәк.
Үтте ун йыл. Бара кәңәш:
Ильяс ярай, һәйбәт иптәш.
Бары ла бер саҡ тымып ҡалды.
Шунда берәү әйтә һалды:
– Йәше етеүен етә инде.
Тик шул яғы: иртәгәнән
Пенсияға китә инде.
НИМӘ БУЛҒАН?
Кешеләргә өндәшәмен:
– Иптәш! Туған!
Улар миңә күҙ аларта –
Нимә булған?
Күн курткалы шыр аптырап:
– Һаташма, – ти, –
Ул саҡтарҙы ҡайтарырға
Маташма, – ти. –
Малың бармы? Әйтеп һөйләш,
Шул ул – туған…
Ғәжәпләнәм, был донъяға
Нимә булған?
Мыйыҡлыһы яғанан уҡ
Тотоп алды:
– Мыҫҡыллама тыуып килгән
Капиталды!
«Туған», «иптәш» – коммунистар
Ҡалдығы ул.
Донъя башҡа, күҙ асып баҡ,
Алдынғы бул…
Өсөнсөһө арт яғыма
Килтереп һуҡты:
– Бына һиңә! Һөйләп торһаң
Ерле юҡты…
Алдым өлөш.
– «Туған», имеш.
Баҡсаларҙа беште бөгөн
Яңы емеш,
Беҙҙең емеш…
Нимә булған?
Ҡайтып киләм мороном ҡанға
Туҙған килеш.
«Туған», имеш…
ЙӘННӘТ ЙОРТ
Бер әсә ул үҫтерҙе
Тәрбиәләп, уҡытып,
Ауыр саҡты үткәрҙе
Һыу йоторҙа – ут йотоп.
Улы хәҙер «ҙур» кеше,
Йәшәй оло ҡалала:
Әсә күңеле – балала,
Бала күңеле – далала.
«Бала»ның бар донъяһы:
Фатиры – иркен ялан.
Бүлмәләрҙә аҙашып
Ҡуя күрмәһен «балаң».
Фырт кәләше бер үҙе
Биләй ике бүлмәне:
Хатта ошо «бала»ға
Шаҡып ҡына кермәле.
Аш бүлмәһе, эш бүлмәһе –
Һәммәһе лә бар бында.
Бер бүлмәлә – зоопарк,
Эттәр, бесәйҙәр унда.
Ул алдары, ул залдары –
Егермеләп урындыҡ.
Әммә ошо йәннәт йортта
Бер әсәгә урын юҡ.
УЛЫНЫҢ «ХЕҘМӘТТӘРЕ»
Аһ-ваһ килеп тротуарҙан
Бер әбекәй атлап бара.
Үҙ алдына мөңгөр-мөңгөр
Аллаһынмы, балаһынмы,
Шайтанынмы ҡарғап бара:
– Ҡәһәр төшкөр, ҡырылып бөткөр,
Иманынан йәйәү ҡасҡан...
Меҫкен әбей иңбашына
Ҙур ҡорһаҡлы сумка аҫҡан.
– Әбекәй, – тим, – ҡайҙа былай,
Йыраҡҡамы сәфәр тоттоң?
Саҡ киләһең, бик ауырын
Күтәрткәндәр, тимен, йөктөң.
– Яҙғас, күтәрмәй нишләйһең,
Был улымдың «хеҙмәттәре»,
– Ҡулын һелтәй әбекәйем, –
Өйҙә уның хикмәттәре.
– Хеҙмәттәре ҙур күренә,
Атлаймы әллә докторлыҡҡа?
– Духтырҙарҙан башы ҡайтмай,
Һалды инде беҙҙе утҡа.
– Үҙе яҙғас, үҙе илтһен,
Йөрөтә ул ниңә һеҙҙе?
– Хаҡ тәғәлә үҙе яҙгас,
Күрәм инде күрмәгәнде.
Нишләтәйем ул йүнһеҙҙе...
Шул саҡ сумка – шалтыр-шолтор!..
Әбекәйем билен тотто.
– Ҡырылып бөтһөн, ер йотһон! – тип
Шешәләрҙе тибеп йыҡты.
ҺАТЫЛА
Заман шашты.
Күп әҙәмдәр
Атланды үҙ атына.
Берәү һата, икенселәр
Үҙе теләп һатыла.
Берәү байый дуҫын һатып,
Берәү һата атаһын.
Берәү йәрен биреп, ала
Шаҡшы йәндең ҡатаһын.
Шул ҡатаны кейеп уҙа
Кеше башына баҫып.
Елгә елгәрә кинәнеп,
Керле йөрәген асып.
Намыҫ тигән оло заттар
Дегетләнде, тапланды.
Бөтәһе лә Аҡса тигән
Септә менән ҡапланды.
Һылыу һата һылыулығын,
Ҡыйыуҙар – ҡыйыулығын.
Шаян һата йылмайыуын,
Һауҙар һата һаулығын.
Ярлы һата ямаулығын,
Байҙар һата балдағын.
Төндәгеләр – төндәгеһен,
Таңдағылар – таңдағын.
Аҡылһыҙҙар аҡыл һата,
Аҡыллы булған булып.
Стакан күбек ҡайната –
Ҡылана тулған булып.
Шаҡ ҡатырһың:
Күп әҙәмдәр
Атланды үҙ атына.
Әллә етеп барабыҙмы
Ерҙең ете ҡатына.
Сама ҡайҙа? Йүгән ҡайҙа?
Әҙәм ҡайҙа артыла?
Баҙар тағаны ҡыҙҙы –
Әҙәм таған атына.
Был таған тамам ҡыҙып,
Осмаҫмы йәһәннәмгә?
Шул һорауҙы мин дә һатам
Йәнен һатҡан әҙәмгә.
БЕЙЕҺЕН ТИП «БӘБЕКӘЙ»ҘӘР
Баҡса эсе гөрләп тора,
Бысҡы-балта зырлап тора.
Юнышҡылар оса, малай:
Тирләп-бешеп дүрт-биш бабай
Танцплощадка яһай.
– Ғәбделкәрим, давай, давай,
Күберәк йөрөй һинең малай...
– Һинең ҡҙ ҙа ҡоро ҡалмай,
Тарт бысҡыңды, тарт, тарт, Ғимай...
Клубта ла эштәр ҡайнай:
Аһ-ваһ килеп, билде ҡарғап,
Иҙән йыуа әбекәйҙәр,
Бейеһен тип «бәбекәй»ҙәр.
Аяҡтарҙы шаҡылдатып,
Унда-бында күҙ уйнатып,
«Бәбекәй»ҙәр тора ҡарап,
Эштәр харап, эштәр харап.
АҺ, БӘПЕСЕМ!..
Күгәрсендәй гөлдөрҙәшеп,
Ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ һүҙ һөйләшеп,
Тәмле-татлы серҙәр сисеп,
Ултырғанда ашап-эсеп,
Берәү ҡапыл хәбәр һалды:
Ғәбделхатип килә ҡайтып!
Аш өҫтәле бушап ҡалды.
Әбей-бабай, атай-әсәй
Йүгерә-йүгерә, сәсәй-сәсәй
Сыҡты уны ҡаршыларға,
Дер ҡалтырап тора бары ла:
– Ҡайттыңмы ни, йән киҫәгем?
– Ҡана, пальтоңды сисәйем.
– Бир үҙемә кәпәсеңде.
– Асыҡҡандыр, талсыҡҡандыр,
Бәпесемде, бәпесемде! –
Бар өй эсе бейеп тора.
Малай, белеп үҙ баһаһын,
Моронон күккә сөйөп тора,
Бойороҡ ҡына биреп тора.
Арҡаларын һыйпаштырып,
Бабай ҡуя һораштырып:
– Йә, бәпесем, сумкаңда һуң
Беҙгә ниндәй бүләгең бар?
Көтә торғас, әйтте малай:
– Бейе, бабай, бейе, бабай.
Мәсьәләң бик дөрөҫ сыҡҡан,
Уҡытыусы «бишле» һуҡҡан.
Һин, өләсәй, күнегеүҙә
Ебәргәнһең бик ҙур хата,
Дәфтәремә баҡһам бөгөн,
Уҫал «берле» ҡарап ята.
Бөтә класс ҡаршыһында
Ҡыҙарҙым мин һинең өсөн...
Әбей, бабай, атай-әсәй
Бейеп йөрөй сәсәй-сәсәй:
– Аһ, бәпесем, ваһ, бәпесем!..
Бик ҡиммәткә төшмәгәйе
Был «аһ-ваһ»тар һеҙҙең өсөн.
БАҠСАЛА
Йәшел яҙ һәм йәй ҡауышҡан
Шат кистәрҙең береһендә
Өс-дүрт әбей осраштылар
Баҡсаның иң түрендә.
Осраштылар – гәп һаталар:
– Был саҡтағы балалар...
– Оялмайса, ҡосаҡлашып
Ҡайһылайыраҡ баралар...
Әбейҙәрҙә эштәре юҡ,
Йәштәр үтә парлашып,
Шырыҡ-шырыҡ йә көлөшөп,
Йә былбылдай һайрашып.
Зәңгәр сирень ҡыуағында
Ана икәү туҡталды.
Бер әбекәй йөрәген тотто,
«Ах!» тиеп өнһөҙ ҡалды.
Икенсеһе бөгөлөп төштө:
– Үбешәләр!..
Ҡара әле!..
Әлдә генә яндарымда
Валидолым бар әле...
Өсөнсөһө йылмайҙы ла
Ҡайтты йәшлек сағына:
«Үлер инем, үлер инем
Шул егет ҡосағында...»